bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
John 13
John 13
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.
2
Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында
3
Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп,
4
Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал һалды.
5
Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.
6
Сират Симон Петрға еткәс, Петр Уға: — Хужам! Минең аяҡтарымды Һин йыуаһыңмы?! — тине.
7
— Һин әле Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, — тип яуап бирҙе Ғайса.
8
— Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгел! — тине Петр. — Әгәр йыумаһам, Миндә һинең өлөшөң булмаҫ, — тип яуапланы Ғайса.
9
— Хужам! — тине Симон Петр. — Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыуа күр.
10
— Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, — тине Ғайса.
11
Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә: «Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә таҙа түгел», — тигән һүҙҙәрҙе әйтте Ул.
12
Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы һәм шәкерттәренән: — Минең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? — тип һораны. —
13
Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын.
14
Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ.
15
Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем.
16
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел.
17
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
18
Мин бөтәгеҙ тураһында ла һөйләмәйем. Кемдәрҙе һайлап алыуымды беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡул күтәрҙе», — тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.
19
Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем.
20
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
21
Быны һөйләгәндән һуң Ғайса ныҡ борсоуға төштө һәм шәкерттәренә: — Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, — тине.
22
Шәкерттәре, Уның кем хаҡында һөйләүен аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты.
23
Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине.
24
Симон Петр уға, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, ишара яһаны.
25
Ә теге шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып, Унан: — Хужам, ул кем? — тип һораны.
26
— Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул — шул, — тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе.
27
Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыуға, уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға: — Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, — тине.
28
[28-29] Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки фәҡирҙәргә берәй нәмә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы.
29
***
30
Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
31
Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине: — Бына хәҙер Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелде һәм Уның аша Алла Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелде.
32
Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының бөйөклөгөн Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ.
33
Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».
34
Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ.
35
Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер.
36
Симон Петр Унан: — Хужам, Һин ҡайҙа китәһең? — тип һораны. Ғайса: — Мин китә торған урынға һин хәҙергә эйәреп бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, — тип яуап бирҙе.
37
— Хужам, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! — тине Петр.
38
Ғайса уға: — Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, — тине.
← Chapter 12
Chapter 14 →