bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Hebrews 8
Hebrews 8
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме — беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған.
2
Ул Изге йортта — кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.
3
Һәр баш рухани бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Руханийыбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине.
4
Әгәр ерҙә булһа, Ул рухани булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде.
5
Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», — тип иҫкәртелгән.
6
Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.
7
Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине.
8
Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Шундай көндәр килер, ти Раббы, Мин Израиль халҡы һәм Йәһүҙә халҡы менән яңы килешеү төҙөйәсәкмен.
9
Был килешеү Мин уларҙың атай-олатайҙарын Мысырҙан етәкләп сығарғанда төҙөлгән килешеүгә оҡшамаясаҡ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, ти Раббы.
10
Израиль халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү ошо: Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һаласаҡмын, күңелдәренә яҙып ҡуясаҡмын. Мин — уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым буласаҡ.
11
Бер кем дә үҙенең яҡынын һәм бер кем дә үҙенең туғанын: „Раббыны танып бел“, — тип өйрәтмәйәсәк. Сөнки кесеһенән башлап олоһона тиклем бөтөнөһө Мине беләсәк.
12
Мин уларҙың яуызлыҡтарын кисерәсәкмен, ә ҡылған гонаһтарын бер ҡасан да иҫемә төшөрмәйәсәкмен».
13
Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе юғала барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.
← Chapter 7
Chapter 9 →