bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
/
Hebrews 1
Hebrews 1
Bashkir 2014 - Инжил Башҡортча
1
Үткән замандарҙа Алла атай-олатайҙарыбыҙға пәйғәмбәрҙәр аша күп тапҡырҙар һәм төрлөләндереп мөрәжәғәт итте.
2
Әммә был һуңғы көндәрҙә Ул бөтөн нәмәнең вариҫы итеп ҡуйған һәм Уның аша бар ғаләмде бар иткән Үҙенең Улы аша һөйләне.
3
Уның Улы — Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
4
Уның Алланан мираҫҡа алған Ул тигән данлы исеме фәрештәләрҙекенән ни тиклем юғарыраҡ булһа, Ул Үҙе лә уларҙан шул тиклем өҫтөнөрәк тора.
5
Ҡасан да булһа фәрештәләрҙең берәйһенә Алла: «Һин — Минең Улым. Бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым», — тип әйткәнме ни? Йә булмаһа: «Мин — Уның Атаһы буласаҡмын, ә Ул Минең Улым булыр», — тигәнме?
6
Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», — ти.
7
Фәрештәләр тураһында Ул: «Алла Үҙенең фәрештәләрен — ел, хеҙмәтселәрен утлы ялҡын итә», — ти.
8
Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың — ғәҙеллек таяғы, — ти.
9
— Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», — ти.
10
Алла тағын: «Һин, Раббым, иң тәүҙә ергә нигеҙ һалдың һәм ҡулдарың күкте булдырҙы.
11
Ер ҙә, күк тә юҡҡа сығыр, ә Һин иһә мәңге ҡалырһың. Барыһы ла кейем һымаҡ туҙыр,
12
уларҙы һин өҫ кейемеләй төрөп алырһың, улар кейем кеүек алмаштырылыр. Һин иһә гел бер төрлө ҡалырһың, ғүмер йылдарыңдың аҙағы булмаҫ», — ти.
13
Фәрештәләрҙең берәйһенә Алла ҡасан да булһа: «Мин дошмандарыңды аяҡ аҫтыңа баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр», — тип әйттеме икән?
14
Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?
Chapter 2 →