bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 99
Psalms 99
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!
2
Раббыға ҡыуанып хеҙмәт итегеҙ, Хозурына шатлыҡ йырҙары менән килегеҙ!
3
Белегеҙ, Раббы Ул – Алла. Ул яратты беҙҙе. Беҙ – Уныҡы, Уның халҡы, Уның көтөүендәге ҡуйҙар беҙ.
4
Ҡапҡаһынан, рәхмәт уҡый-уҡый, Инегеҙ ихатаһына маҡтай-маҡтай. Ҙурлағыҙ Уны, шөкөр итегеҙ исеменә.
5
Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.
← Chapter 98
Chapter 100 →