bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 98
Psalms 98
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы – батша! Ҡалтырап торһон халыҡтар! Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә, Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө!
2
Сионда Раббы бөйөк, Ул бөтә халыҡтарҙан да өҫтөн.
3
Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде. Ул мөҡәддәс!
4
Эй ғәҙеллек һөйгән ҡөҙрәтле Батша, Һин дөрөҫлөктө урынлаштырҙың. Яҡуп илендә ғәҙеллеккә, Хаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ғәмәлдәр ҡылаһың.
5
Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны, Аяғына йығылып сәждә ҡылығыҙ! Ул мөҡәддәс!
6
Ҡаһиндары араһында – Муса менән Һарун, Шемуил да Уны саҡырғандар менән бергә. Улар Раббыға ялбарҙы, Ә Раббы яуап ҡайтарҙы.
7
Ул болот бағанаһы эсенән һөйләште. Уның күрһәтмәләре менән йәшәнеләр, Биргән ҡағиҙәһен һаҡланылар.
8
Раббы, Аллабыҙ, уларға яуап ҡайтара инең; Ғәмәлдәренә күрә яза бирһәң дә, Ярлыҡаусы Алла булдың.
9
Ололағыҙ Аллабыҙ Раббыны! Уға сәждә ҡылығыҙ изге тауында, Сөнки Аллабыҙ Раббы мөҡәддәс!
← Chapter 97
Chapter 99 →