bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 100
Psalms 100
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Мөхәббәтең менән ғәҙеллегеңде көйгә һалырмын, Һиңә, Раббым, мәҙхиә йырлармын.
2
Минең бар уйым – камил юлдар хаҡында. Ҡасан килерһең минең яныма? Саф күңел менән ғүмер итермен өйөмдә,
3
Бер ниндәй ҙә яуызлыҡҡа юл ҡуймамын, Ҡырын эштәргә нәфрәт тотормон, Улар миңә йоға алмаҫ һис ҡасан.
4
Йыраҡ булыр минән боҙоҡ күңел, Ә залимлыҡ – белгән-түҙгән нәмәм түгел.
5
Ҡыуалармын яҡынына йәшерен яла яҡҡанды, Түҙеп тормам тәкәббергә, өҫтән аҫҡа баҡҡанға.
6
Күҙем булыр илдәге тоғроларҙа, Тик шундайҙар минең янда йәшәйәсәк. Бары дөрөҫ юлдан йөрөгәндәр Миңә хеҙмәт күрһәтәсәк.
7
Өйөмдә мәкерлегә урын булмаҫ, Ялған ауыҙ күҙ алдымда оҙаҡ тормаҫ.
8
Иртә һайын илдәге яуыздарҙы юҡ итермен, Яман эш ҡылыусыларҙы Раббы ҡалаһынан йолҡоп ырғытырмын.
← Chapter 99
Chapter 101 →