bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 97
Psalms 97
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Мәҙхиә. Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Сөнки мөғжизәләр ҡылды; Уң ҡулы, мөҡәддәс беләге менән еңеү ҡаҙанды.
2
Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
3
Исраил нәҫеленә булған мөхәббәтен, Тоғролоғон онотманы; Ер йөҙөнөң һәр тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрҙе.
4
Бөтә донъя, сәләмлә Раббыны! Күңел ас, шатлан һәм йырла!
5
Лирала уйнап, йырлағыҙ Раббыға, Уны маҡтап мәҙхиә һуҙығыҙ!
6
Борғо һәм мөгөҙ ауазы яңғыратып Раббы-Батша хозурында тантана итегеҙ.
7
Шаулаһын диңгеҙ һәм унда йәшәгәндәр, Донъя һәм уны төйәк иткәндәр.
8
Йылғалар алҡышлаһын, Шатланһындар бергәләшеп тауҙар
9
Раббы хозурында! Ул ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяға ғәҙелдәрҙән-ғәҙел, Халыҡтарға хаҡтан-хаҡ хөкөмөн ҡыла.
← Chapter 96
Chapter 98 →