bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 96
Psalms 96
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы – батша! Ҡыуанһын ер йөҙө; Шатланһын диңгеҙ буйҙарындағы илдәр!
2
Уны болот һәм ҡараңғылыҡ солғаған; Тәхетенең нигеҙендә – ғәҙеллек менән хаҡ хөкөм.
3
Уның алдынан ут-ялҡын килә, Һәр тарафтағы бөтә дошмандарын яндыра.
4
Йәшене ғаләмде балҡыта, Ер йөҙө быны күреп тетрәнә.
5
Тауҙар Раббы хозурында – Бөтөн ер йөҙөнөң Хакимы алдында – Балауыҙҙай иреп аға.
6
Күктәр һөйләй Уның хаҡлығы хаҡында, Шөһрәтен бөтә халыҡтар күрә.
7
Оятҡа ҡалһын һынға табыныусылар, Хур булһын боттарын данлаусылар! Бөтә илаһтар, сәждә ҡылығыҙ Раббыға!
8
Йә Раббы, Һинең хөкөмдәреңде Сион ишетеп һөйөнә, Йәһүҙә ҡалалары ҡыуаныша.
9
Сөнки бөтә ер йөҙөндә Йә Раббы, иң бөйөгө Һинһең, Һәммә илаһтарҙан Һин өҫтөнһөң!
10
Эй һеҙ, Раббыны һөйгәндәр, яманға нәфрәт тотоғоҙ. Раббы тоғро бәндәләренең йәнен һаҡлай, Уларҙы залимдарҙан ҡотҡара.
11
Тоғроларға нур һибелә, Шатлыҡ яуа саф йөрәклеләргә.
12
Эй тәҡүәләр, Раббы ҡыуанысығыҙ булһын, Мөҡәддәс исеменә шөкөр итегеҙ!
← Chapter 95
Chapter 97 →