bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 95
Psalms 95
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырлағыҙ Раббыға яңы йыр! Йырла Раббыға, бар донъя!
2
Йырлағыҙ Раббыға, исемен данлағыҙ, Беҙҙе нисек ҡотҡарғанын көн һайын һөйләгеҙ!
3
Шөһрәтен ҡәүемдәргә иғлан итегеҙ, Хикмәттәрен барса халыҡтарға еткерегеҙ.
4
Сөнки Раббы – бөйөк, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ, Ул барса илаһтарҙан да дәһшәтлерәк.
5
Башҡа халыҡтарҙың илаһтары – боттар, Раббы иһә күктәрҙе бар ҡылған.
6
Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.
7
Эй халыҡтар, Раббыға лайыҡ хөрмәтте күрһәтегеҙ, Ғиззәтле, ҡөҙрәтле Раббыға хөрмәт күрһәтегеҙ!
8
Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!
9
Ғәжәйеп изгелек эйәһе Раббыға сәждә ҡылығыҙ! Эй бөтә ер йөҙө, Уның хозурында ҡалтырап тор!
10
Ҡәүемдәргә: «Раббы – батша!» – тип иғлан итегеҙ. Донъя ныҡ итеп ҡоролған, ул ҡаҡшамаҫ. Раббы халыҡтарға хаҡ хөкөм ҡылыр.
11
Һөйөнһөн күк, тантана итһен ер! Диңгеҙ һәм ундағы йән эйәләре шаулаһын!
12
Ҡырҙар һәм ҡырҙа йәшәгәндәр ҡыуанһын! Урмандағы ағастар шатланып гөрләшһен
13
Раббы хозурында. Сөнки Ул килә, Ер йөҙөн хөкөм итергә килә. Ул донъяны Үҙенең хаҡлығына, Халыҡтарҙы тоғролоғона таянып хөкөм итер.
← Chapter 94
Chapter 96 →