bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 94
Psalms 94
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Килегеҙ, Раббыға һөйөнөшөп өндәшәйек, Беҙҙе ҡотҡарыусы ҡаябыҙға Ҡыуанышып йырлашайыҡ.
2
Алдына баҫайыҡ шөкөрана ҡылып; Шатлыҡлы йырыбыҙҙы бағышлайыҡ!
3
Сөнки Раббы – бөйөк Алла, Барса илаһтар өҫтөнән бөйөк Батша.
4
Ерҙең тәрәнлектәре Уның ҡулында, Тау түбәләре Уның ихтыярында.
5
Уныҡы Үҙе яратҡан диңгеҙ ҙә, Ҡулы бар ҡылған ҡоро ер ҙә.
6
Килегеҙ, сәждә ҡылайыҡ, бөгөләйек, Беҙҙе бар ҡылған Раббы алдында теҙ сүгәйек.
7
Сөнки Ул – беҙҙең Аллабыҙ; Беҙ – Уның көтөүендәге халыҡ, Ҡулының аҫтындағы ҡуйҙарбыҙ. Әгәр ҙә бөгөн Уның тауышын ишетәһегеҙ икән,
8
Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.
9
Унда аталарығыҙ Мине һынап маташты, Һынанылар ҙа ҡылған эштәремде күрҙеләр.
10
Ҡырҡ йыл буйы ул быуындан йөҙ борҙом Мин. Әйттем: «Улар – күңелдәре аҙашҡан бер халыҡ, Юлдарымды танымайҙар».
11
Шуға күрә асыуланып Мин ант иттем: «Улар Минең тыныс-имен урыныма Бер ҡасан да инмәйәсәк!»
← Chapter 93
Chapter 95 →