bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 83
Psalms 83
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2
Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй ғәзиз Һинең торлаҡтарың!
3
Күңелем ихаталарыңа инер мәлде ашҡынып көтә, Йәнем-тәнем, бар булмышым һөйөнөстән Тере Алла хозурында йырлай.
4
Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Батшам, Аллам, Ҡорбан усаҡтарыңдың янында Хатта турғай ҙа үҙенә урын тапҡан, Ҡарлуғас балаларына оя ҡорған.
5
Ниндәй бәхетле йортоңда йәшәгәндәр; Улар мәңге Һине маҡтар!
6
Ниндәй бәхетле Һинән көс-ҡеүәт алған, Күңеленән Йортоңа сәйәхәт ҡылыуҙы ниәт иткән кеше!
7
Ҡоро үҙән буйлап үткән саҡта Унда инештәр асырҙар, Ямғырҙар уны бәрәкәт менән һуғарыр.
8
Был кешеләр атлаған һайын нығыраҡ ҡеүәт алыр, Сионға, Алла хозурына сығырҙар.
9
Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы!
10
Эй Алла, беҙҙең ҡалҡаныбыҙ, Үҙеңдең мәсихеңдең йөҙөнә күҙ һал!
11
Һинең ишек алдыңда үткәргән бер көнөм Башҡа ерҙә уҙғарған мең көндән яҡшыраҡ; Алла йортоноң тупһаһында торғаным Залим сатыры түрендә йәшәүҙән артығыраҡ.
12
Сөнки Раббы Алла – ҡояш һәм ҡалҡан Ул; Миһырбанлыҡ күрһәтеүсе, дан-шөһрәт биреүсе; Тоғро юлдағыларҙан бар ниғмәттәрен йәлләмәүсе.
13
Эй күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ниндәй бәхетле Һиңә өмөт бағлаусы!
← Chapter 82
Chapter 84 →