bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 82
Psalms 82
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йыр. Асафтың мәҙхиәһе.
2
Эй Алла, өндәшмәй ҡалма, Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым!
3
Ҡара, дошмандарың шаулашалар, Баштарын ҡалҡыта нәфрәтлеләр.
4
Халҡыңа ҡаршы мәкер ҡоралар, Ғәзиздәреңә ҡаршы кәңәш тоталар.
5
«Әйҙәгеҙ, был милләтте юҡ итәйек, – тиҙәр. – Исраилдың исеме лә онотолһон».
6
Бергәләшеп улар һүҙ ҡуйышты, Һиңә ҡаршы килешеү төҙөштө:
7
Эдомдар, исмәғилдәр, Моавтар, һағриҙар,
8
Гевал, Ғаммон, Ғәмәлек, Пелешеҫ менән Тир халҡы.
9
Ашшур ҙа уларға ҡушылды, Лут нәҫелдәренә терәк булды.
10
Уларға Мидйәнгә эшләгәнеңде, Ҡишон буйында Сисера менән Явинға ҡылғандарыңды эшлә –
11
Һин уларҙы Ғейн-Дорҙа ҡырып һалдың; Тупраҡҡа тиреҫ булдылар.
12
Башлыҡтарын Ғорев менән Зеев һымаҡ, Юлбашсыларын Зәвах менән Салмуннағ һымаҡ ит.
13
Сөнки улар: «Әйҙәгеҙ, Алланың утлауҙарын Үҙебеҙгә алайыҡ», – тип әйткән булған.
14
Эй Илаһым, Һин уларҙы ҡойондағы туҙан, Елгә осҡан кәбәк һымаҡ туҙҙыр!
15
Урмандарҙы көлгә әйләндергән ут, Тауҙарҙы ялмаған ялҡын һымаҡ,
16
Дауылың менән ҡыуала, Ғәрәсәтең менән дәһшәткә һал!
17
Йөҙҙәрен мәсхәрә менән ҡапла, Һинең исемеңде, Раббы, эҙләй башлаһындар.
18
Мәңге оят менән дәһшәт эсендә ҡалһындар, Хурлыҡҡа төшөп юҡҡа сыҡһындар.
19
Белһендәр: Һинең исемең – Раббы, Ер йөҙөндә Һин Юғарыларҙан Юғары Алла!
← Chapter 81
Chapter 83 →