bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 84
Psalms 84
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2
Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.
3
Халҡыңдың ғәйебен ярлыҡаның, Барлыҡ гонаһтарынан пакланың.
4
Бөтә асыуыңды ситкә ҡуйҙың, Ярһыуҙарыңдан тыйылдың.
5
Эй ҡотҡарыусыбыҙ Алла, Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар! Беҙгә асыуыңды туҡтат.
6
Мәңге шулай асыу һаҡларһыңмы? Ярһыуың быуындан-быуынғаса һуҙылырмы?
7
Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?
8
Йә Раббы, тоғро мөхәббәтеңде күрһәт, Ҡотҡара күр беҙҙе!
9
Раббы Алланың әйткәненә ҡолаҡ һалам. Халҡына, тоғро ҡолдарына именлек вәғәҙә итә, Тик мәғәнәһеҙ юлдарға ҡайтмаһындар.
10
Ысынлап та, Үҙенән ҡурҡҡандарға Уның ҡотҡарыуы яҡын, Уның шөһрәте беҙҙең еребеҙҙә төйәкләнәсәк.
11
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
12
Ерҙән тоғролоҡ үҫеп сығыр, Хаҡлыҡ күктәрҙән аҫҡа эйелер.
13
Раббы бәрәкәт күндерер, Еребеҙ мул уңыш бирер.
14
Хаҡлыҡ Раббының алдынан атлап барыр, Уның өсөн юл әҙерләр.
← Chapter 83
Chapter 85 →