bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 81
Psalms 81
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Асафтың мәҙхиәһе. Алла илаһи йыйында тороп, Хөкөмөн әйтте илаһтар араһында:
2
«Ҡасанғаса нахаҡ хөкөм ҡылырһығыҙ? Яуыздарҙы аҡлап ҡалырһығыҙ?
3
Ярлы менән етемдең дәғүәһенә ғәҙел ҡарағыҙ; Мохтаж менән фәҡирҙең хаҡын бирегеҙ.
4
Юҡһыл менән хәйерсене ҡотҡарығыҙ, Яуыздарҙың ҡулынан уларҙы тартып алығыҙ.
5
Тик белмәйҙәр, аңламайҙар! Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр. Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған.
6
Әйттем Мин: „Һеҙ илаһтарһығыҙ; Һәммәгеҙ ҙә Юғарыларҙан Юғарының улдары.
7
Ләкин һеҙ кешеләр кеүек үк үләсәкһегеҙ, Берәй хаким һымаҡ юғарынан ҡоларһығыҙ“».
8
Эй Алла, ҡалҡ, хөкөм ит ер йөҙөн! Һәммә халыҡтар ҙа Һинеке бит!
← Chapter 80
Chapter 82 →