bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 80
Psalms 80
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
2
Ҡөҙрәтебеҙ булған Аллаға ҡыуанышып йырлағыҙ, Шатланышып ҡысҡырығыҙ Яҡуп Аллаһына!
3
Көй башлағыҙ, дөңгөр ҡағығыҙ, Моңло арфа, лира ҡылдарын сиртегеҙ.
4
Яңы айҙа, ай тулғанда – Беҙҙең байрам көндәрендә Мөгөҙ борғо ҡысҡыртығыҙ!
5
Сөнки был – Исраилға ҡағиҙә; Яҡуп Аллаһының ҡануны был.
6
Йософ нәҫеле Мысырҙан ҡотолоп сыҡҡас, Уға быны күрһәтмә итеп бирҙе. Үҙем белмәгән телдә тауыш ишеттем:
7
«Яурынынан ауыр йөгөн алдым, Ҡулдары ауыр кәрзиндәрҙән ҡотолдо.
8
Бәләгә ҡалғас, Мине саҡырҙың – Мин һине ҡотҡарып алып ҡалдым; Йәшен болотонан яуап ҡайтарҙым, Мерива һыуҙарында һине һынаным.
9
Тыңла, халҡым, Мин киҫәтәм һине! Эй Исраил, һин Мине тыңлаһаң ине!
10
Арағыҙҙа ят илаһ булмаһын, Сит ерҙәрҙең илаһына табынма!
11
Һине Мысырҙан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин. Ҙур итеп ас ауыҙыңды – туйҙырырмын!»
12
«Әммә халҡым әйткәнемде тыңламаны, Исраил Миңә буйһонманы.
13
Шуға уны тиҫкәре булмыштары ихтыярына бирҙем, Үҙ белдегенә йәшәһен, тинем.
14
Әгәр ҙә халҡым Мине тыңлаһа, Исраил юлдарымдан йөрөһә,
15
Дошмандарын бик тиҙ йөгөндөрөр, Иҙеүселәрен ҡулым менән йүгәнләр инем!
16
Миңә нәфрәт тотоусылар бөгөлөп төшөр, Язалары мәңге дауам итер ине.
17
Һеҙҙе бойҙайҙың иң яҡшыһы менән һыйлар, Ҡаянан аҡҡан бал менән туйҙырыр инем».
← Chapter 79
Chapter 81 →