bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 75
Psalms 75
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.
2
Йәһүҙә илендә Алла мәшһүр, Исраилда Уның исеме бөйөк.
3
Уның торлағы Сәлимдә, Йәшәгән ере Сионда.
4
Ошо ерҙә һындырҙы йәшен кеүек уҡтарҙы, Ҡалҡан-ҡылыстарҙы – ҡоралдарҙы.
5
Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ, Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин!
6
Ҡаһарман яугирҙәр үҙҙәре яумал булды, Улар үлем йоҡоһона талды, Һуғышсыларҙың ҡул күтәрер көсө ҡалманы.
7
Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан Яу арбаларын йөрөтөүселәр, Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.
8
Һин ысынлап та дәһшәтле! Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын?
9
Һин хөкөмөңдө күктәрҙән иғлан иттең! Эй Алла, Һин хөкөм ҡылам тип, Донъялағы иҙелгәндәрҙе ҡотҡарам тип ҡуҙғалдың. Шунда ер йөҙө ҡурҡыштан тынып ҡалды.
11
Хатта кешеләрҙең асыуы ла Һиңә дан килтерер – Уларҙың ҡалдыҡ ярһыуын Һин баҫырһың.
12
Раббыға, Аллағыҙға, нәҙер әйтегеҙ, Нәҙерегеҙҙе еренә еткереп үтәгеҙ! Дәһшәтле Алланың эргә-тирәһендәгеләр Уға бүләктәр алып килһендәр!
13
Ул хакимдарҙың рухын Үҙенә буйһондора, Ул ер йөҙөнөң батшаларын ҡурҡыуға һала.
← Chapter 74
Chapter 76 →