bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 76
Psalms 76
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
2
Ауазым минең – Аллаға, ялбарамын; Ҡысҡырамын – Ул мине ишетә.
3
Хәсрәт көнөмдә бөйөк Хакимымды эҙләйем, Йәнемә йыуаныс таба алмай, Төндәр буйы арымай-талмай, Уға ҡулдарымды һонамын.
4
Алланы иҫемә алып ыңғырашам, Уйланам һәм рухым төшә бара.
5
Күҙ ҡабаҡтарымды яптырмайһың, Ҡайғымдан әйтер һүҙ таба алмайым.
6
Күптән үткән замандарҙы, Әүәлгеләрҙе уйлайым.
7
Төндә йырлаған йырҙарым иҫкә төшә, Үҙ-үҙем менән һөйләшәм, Күңелдәге һорауҙарыма яуап эҙләйем:
8
«Мәңгелеккә ваз кистеме бөйөк Хаким? Инде һис кенә лә хуш күрмәҫме?
9
Бөтөнләйгә юғалдымы тоғро мөхәббәте? Вәғәҙәләре мәңгегә тамам булырмы?
10
Алла рәхимлеген оноттомо? Асыуланып, шәфҡәтенә юл яптымы?»
11
Шунан үҙ-үҙемә әйттем: «Бына нимә минең өсөн хәсрәт: Юғарыларҙан Юғары уң ҡулы менән Беҙгә элекке һымаҡ ярҙам күрһәтмәй».
12
Раббының ғәмәлдәрен онотмам, Боронғо хикмәттәрен иҫтә тотормон.
13
Бөтә эштәреңде аңларға тырышырмын, Ҡылған ғәмәлдәрең хаҡында уйлармын.
14
Эй Аллам, юлың мөҡәддәс! Һиндәй бөйөк берәй алла бармы?
15
Һин мөғжизәләр ҡылған Аллаһың, Халыҡтар араһында ҡөҙрәтеңде таныттың.
16
Көслө беләгең менән халҡыңды – Яҡуп һәм Йософ улдарын ҡотҡарҙың.
17
Һыуҙар Һине күргәс, эй Алла, Һыуҙар Һине күргәс, сайҡалдылар; Хатта төпһөҙ даръялар тетрәне.
18
Болоттар һыуҙарын бушатты, Күк күкрәне, Һәр тарафта утлы уҡтарың ялтланы.
19
Дауылда күкрәүең яңғыраны, Йәшен утың донъяны яҡтыртты, Ер тетрәне һәм сайҡалды.
20
Һин диңгеҙҙә, Тәрән һыуҙарҙа юл һалдың, Әммә аяҡ эҙҙәрең билдәле түгел ине.
21
Муса һәм Һарундың ҡулы менән Халҡыңды көтөү һымаҡ алға әйҙәнең.
← Chapter 75
Chapter 77 →