bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 74
Psalms 74
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.
2
Эй Алла, Һиңә рәхмәт уҡыйбыҙ, Шөкөрана ҡылабыҙ, Һин беҙгә яҡынһың, Кешеләр мөғжизәләрең тураһында һөйләй.
3
Әйтте Алла: «Үҙем билдәләгән ваҡыт еткәс, Ғәҙел хөкөм ҡыласаҡмын.
4
Ер һәм унда йәшәгәндәр сайҡалғанда, Терәктәрен нығытыусы – Мин ул».
5
Һауаланғандарға әйттем: «Башҡаса эреләнмәгеҙ»; Яуыздарға: «Мөгөҙөгөҙҙө сөймәгеҙ,
6
Күккә тиклем күтәрмәгеҙ! Башығыҙҙы текә тотоп һөйләнмәгеҙ», – тинем.
7
Дан-дәрәжә көнсығыштан да, көнбайыштан да, Сүл тарафынан да килмәҫ.
8
Хөкөм ҡылыусы бары тик Алла ғына – Түбән дә төшөрөр, үрләтер ҙә.
9
Ғазап туҫтағы Раббы ҡулында, Ул ҡайнап торған, тәмләткестәр ҡушылған шарапҡа тулы. Раббы шарапты ҡойор, Ер йөҙөндәге барлыҡ залимдар Төпрәһенә тиклем эсеп ҡуйыр.
10
Мин иһә мәңге Яҡуп Аллаһы хаҡында һөйләрмен, Уға маҡтау йырлармын.
11
Алла әйтер: «Һындырырмын залимдарҙың мөгөҙҙәрен, Ә тәҡүәләрҙең ҡеүәтен арттырырмын».
← Chapter 73
Chapter 75 →