bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 60
Psalms 60
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Эй Алла, ялбарыуымды ишет, Доғама минең ҡолаҡ һал!
3
Төшөнкөлөк күңелемде алды, Ер сигенән саҡырамын Һине. Артыла алмаҫлыҡ ҡаяға алып мен мине,
4
Сөнки Һин – минең ышығым, Дошманға ҡаршы ҡеүәтле манарамһың.
5
Сатырыңда мәңге йәшәйемсе, Ҡанатың аҫтына һыйынайым.
6
Һин, эй Алла, нәҙерҙәремде ишеттең, Исемеңдән ҡурҡҡандарға тәғәйен өлөштө миңә бирҙең.
7
Батшаның ғүмеренә Һин көндәр өҫтә, Тормошо быуындан-быуынға дауам итһен!
8
Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!
9
Мин иһә исемеңә мәңгелек дан йырлармын, Көндән көнгә нәҙерҙәремде үтәрмен.
← Chapter 59
Chapter 61 →