bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 61
Psalms 61
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Миңә ҡотолоу тик Унан килер.
3
Тик Ул – минең ҡаям, ҡотҡарыусым, ҡәлғәм. Һәм мин бер ваҡытта ла сайҡалмам.
4
Кеше диуар һымаҡ ауышҡанда, Ҡойма һымаҡ ҡыйшайғанда, Уға ҡанығыуығыҙ ҡасанға тиклем булыр?
5
Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ, Ялғандан тәм табаһығыҙ; Телегеҙҙә фатиха булһа ла, Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ.
6
Йәнемдең тыныслығы бары Аллала, Сөнки өмөтөм тик Унда ғына.
7
Бары тик Ул ғына ҡаям, ҡотҡарыусым, Ул минең ҡәлғәм һәм мин сайҡалмам.
8
Ҡотолоуым да, даным да тик Аллала, Минең ышығым Ул, ҡеүәтле ҡаям.
9
Эй халыҡ, һәр ваҡыт Уға өмөт бағла, Уға бушат эс-бауырыңдағын, Сөнки Алла беҙҙең ышығыбыҙ.
10
Әҙәм балалары – тик бер һулыш, Кеше балалары – тик уйҙырма. Барыһын бергә үлсәүгә һалһаң, Улар тындан да еңелерәк тартыр.
11
Һис ҡасан юлбаҫарлыҡҡа ышанмағыҙ, Талап алған малығыҙға маҡтанмағыҙ; Байлығығыҙ артһа ла, уға арҡаланмағыҙ.
12
Алла бер тапҡыр һөйләне, Мин ике тапҡыр ишеттем: Ҡеүәт – Алланан!
13
Эй бөйөк Хаким, тоғро мөхәббәт Һинән! Һин һәр кемгә ғәмәленә күрә әжерен бирәһең!
← Chapter 60
Chapter 62 →