bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 59
Psalms 59
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Дауыттың шиғыры, нәсихәт өсөн.
2
Дауыттың Арам-Наһараим һәм Арам-Сова кешеләре менән бәрелешкән һәм Йоавтың кире боролоп Тоҙло үҙәндә ун ике мең Эдом яугирен үлтереү уңайы менән сығарылған.
3
Эй Алла, ташланың беҙҙе, тар-мар иттең, Беҙгә асыуландың! Инде беҙҙе элекке хәлебеҙгә кире ҡайтар!
4
Ерҙе дер һелкеттең, ярғысланың; Ярыҡтарын бөтәштер, сөнки ул һаман сайҡала.
5
Үҙ халҡыңды ҡаты һынауҙарға дусар иттең, Илерткес шарап эсерҙең беҙгә.
6
Үҙеңдән ҡурҡҡандар осҡан уҡтарҙан Йәшенеп ҡалһындар тиеп, Ишара өсөн байрағыңды күтәрҙең.
7
Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Беҙгә яуап ҡайтар!
8
Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен.
9
Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке, Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам, Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым,
10
Моав – йыуыныр ялғашым, Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар».
11
Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер? Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер?
12
Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың.
13
Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ.
14
Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр, Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар.
← Chapter 58
Chapter 60 →