bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 58
Psalms 58
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә Дауыттың шиғыры. Шаул, Дауытты үлтертер өсөн кеше ебәреп, өйөн күҙәттергән саҡта сығарылған.
2
Ҡотҡар мине дошмандарымдан, эй Аллам, Миңә һөжүм иткәндәрҙән һаҡла.
3
Азат ит мине яуызлыҡ ҡылғандарҙан, Ҡан түгеүселәрҙең ҡулынан йолоп ал.
4
Ҡара, йәнемде алыр өсөн аңдыйҙар, Көслөләр миңә ҡаршы фетнә ҡоралар, Гәрсә енәйәт һәм гонаһ ҡылмаһам да, эй Раббы!
5
Бер ниндәй ғәйепкә ҡалмаһам да, Һөжүм итер өсөн йыйналалар. Уян, хәлемде күр, ярҙам ит!
6
Раббы, Һин – Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраилдың Аллаһы, уян Ҡәүемдәрҙең барыһына яза бирер өсөн! Һис ҡыҙғанма хыянатсыл залимдарҙы!
7
Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
8
Ана, күр, нимә ҡойола ауыҙҙарынан, Ҡылыс һымаҡ телдәре, үҙҙәре: «Кем ишетһен беҙҙе?» – тип уйлайҙар.
9
Әммә Һин уларҙан көлөрһөң, йә Раббы, Барса ҡәүемдәрҙе мыҫҡылларһың.
10
Эй миңә ҡеүәт биреүсе, Һинән күҙемде алмайым. Эй Алла, Һин – минең ҡәлғәм!
11
Тоғро мөхәббәтең менән, Аллам, мине етәкләрһең! Дошмандарымдың тәҡдирен күрһәтерһең.
12
Уларҙы үлтермә, юҡһа халҡым был һабаҡты онотасаҡ. Көсөң менән уларҙы туҙҙыр, тар-мар ит. Эй бөйөк Хаким, Һин беҙҙең ҡалҡаныбыҙ.
13
Гонаһлы телдәре арҡаһында, Ауыҙҙарынан сыҡҡан һүҙҙәргә күрә Тәкәбберлектәренең ауына эләкһендәр. Яуҙырған ҡарғыштарына күрә, Һөйләгән ялғандарына күрә
14
Уларҙы асыуың менән юҡҡа сығар! Юҡҡа сығар, хатта эҙҙәре ҡалмаһын. Белһендәр, Алланың хакимлығы Яҡуп нәҫеленән алып Ер сигенә тиклем олғашҡанын.
15
Һәр кис һайын улар эт шикелле ырылдашып, Ҡала буйлап темеҫкенеп йөрөй.
16
Ашарға аҙыҡ эҙләйҙәр, Тапмаһалар, аслыҡтан олойҙар.
17
Мин иһә Һинең ҡөҙрәтеңде йырлармын, Иртә таңдан мөхәббәтеңде данлармын. Сөнки Һин – миңә ҡәлғәм, Бәлә килгәндә һыйыныс булдың.
18
Һин миңә ҡеүәт биреүсе! Һиңә мәҙхиә йырлармын, Эй Аллам, Һин минең ҡәлғәм, Тоғро мөхәббәтен күрһәтеүсе Аллам Һин!
← Chapter 57
Chapter 59 →