bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 57
Psalms 57
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.
2
Эй хөкөмдарҙар, ғәҙелме һөйләгән һүҙҙәрегеҙ? Дөрөҫ хөкөм итәһегеҙме һеҙ кешеләрҙе?
3
Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек, Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә.
4
Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын, Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.
5
Уларҙың ағыуы ҡара йылан ағыуылай зәһәр. Оҫта арбаусыны ишетмәҫ өсөн Ҡолағын ҡаплаған ҡара йылан һымаҡ улар.
7
Эй Аллам, ҡыр ауыҙҙарындағы тештәрен, Һындыр, Раббым, ул йәш арыҫландарҙың яңаҡ һөйәген!
8
Ағып киткән һыу һымаҡ юҡҡа сыҡһындар. Йәйә киргәндә уҡтары урталай һынһын.
9
Ҡабырсағында ирегән ҡусҡар һымаҡ булһындар. Үле тыуған бала кеүек ҡояш нуры күрмәһендәр.
10
Улар усаҡҡа яғырға әҙерләнгән, Әле гөлтләп янып киткән, Ҡаҙанды йылытып та өлгөрмәйенсә Елгә осҡан сәнскәк һымаҡ булһын.
11
Яуыздан үс алынғанға тәҡүә ҡыуаныр, Уларҙың ҡанында аяғын йыуыр.
12
Шул ваҡыт кешеләр әйтер: «Ысынлап та, тәҡүә кеше өсөн әжере бар. Хаҡ, донъяға хөкөм ҡылған Алла бар!»
← Chapter 56
Chapter 58 →