bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 56
Psalms 56
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Шаулдан ҡасып мәмерйәгә йәшенгән сағында сығарылған.
2
Рәхимле бул, Алла, рәхимле бул! Минең йәнем Һиндә ышыҡ таба. Бәлә-ҡаза үтеп киткәнгәсә, Ҡанаттарың күләгәһендә мин урын алам.
3
Юғарыларҙан Юғары Алланы, Миңә игелектәр ҡылған Алланы саҡырам.
4
Күктән ярҙамын ебәреп, Ул мине ҡотҡарыр, Эҙәрләүселәрҙе рисуай итер. Миңә мөхәббәтен һәм тоғролоғон күндерер.
5
Кеше ашаусы арыҫландар араһында мин – Һөңгө-уҡ һымаҡ уларҙың тештәре; Үткер ҡылыс кеүек телдәре.
6
Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
7
Аяҡтарыма улар ау ҡорҙо, Күңелем төшөнкөлөккә батты; Йөрөр юлымда соҡор ҡаҙҙылар, Эсенә үҙҙәре ҡоланылар.
8
Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә, Күңелем минең тоғро! Мин Һиңә көйләрмен, мәҙхиәләр йырлармын.
9
Эй уян һин, рухым, уян! Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым!
10
Эй бөйөк Хаким, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.
11
Тоғро мөхәббәтең – күктәргә тиклем, Тоғролоғоң болоттарҙан аша.
12
Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
← Chapter 55
Chapter 57 →