bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 52
Psalms 52
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Махалаҫ» көйөнә. Дауыттың уйланыуҙары.
2
Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
3
Алла күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы?
4
Барыһы ла юлдан тайпылған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған!
5
Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Алланы саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?
6
Тик улар ҡурҡмаҫ ерҙә оло дәһшәткә төшәсәк әле, Сөнки Раббы һиңә һөжүм иткәндәрҙең Һөйәктәрен туҙҙырып ташлар. Уларҙы оятҡа ҡалдырырһың, Сөнки Алла уларҙы ситкә тибәсәк.
7
Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!
← Chapter 51
Chapter 53 →