bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 51
Psalms 51
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың уйланыуҙары.
2
Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.
3
Эй ҡаһарман! Нимә яуызлығың менән маҡтанаһың? Алланың тоғро мөхәббәте һәр даим минең менән.
4
Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
5
Яҡшылыҡтан яманлыҡты, Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың.
6
Мәкерле тел! Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең.
7
Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан.
8
Тәҡүәләр быны күреп ҡурҡыуға ҡалыр, Улар, һинән көлөп, былай тиер:
9
«Бына был әҙәм Аллаға һыйынманы, Байлығының күплегенә өмөтләнде; Башҡаларға яуызлыҡ ҡылып көсәйҙе».
10
Ә мин Алланың йортонда – Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын. Ғүмерем буйы Алланың Тоғро мөхәббәтенә ышанам.
11
Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы.
← Chapter 50
Chapter 52 →