bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 53
Psalms 53
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары
2
Зиф кешеләре килеп Шаулға: «Дауыт беҙҙең яҡтарҙа ҡасып ята», – тип әйткәндән һуң сығарылған.
3
Эй Алла, исемең хаҡына мине ҡотҡар, Ҡөҙрәтең менән мине хаҡҡа сығар!
4
Эй Алла, доғамды тыңлаһана, Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.
5
Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы.
6
Әммә Алла миңә ярҙам итер, Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр.
7
Дошмандарымдың яуызлыҡтары үҙҙәренең башына төшһөн, Тоғролоғоңдо күрһәт – Һин уларҙы юҡҡа сығар.
8
Һиңә нәфел ҡорбандары килтерермен, Изге исемеңә шөкөраналар ҡылырмын, Раббы. Сөнки Һин – игелек сығанағы.
9
Һин мине бөтә бәләләрҙән ҡотҡарҙың, Тантана менән ҡарайым дошмандарға.
← Chapter 52
Chapter 54 →