bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 5
Psalms 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: тынлы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Раббы, Аһ-зарымды ишет!
3
Ярҙам ялбарыуымды тыңла, Батшам, Аллам, Мин Һиңә доғамды оҙатам.
4
Йә Раббы! Таң һайын ишетәһең ауазымды. Иртә һайын Һиңә ялбарам, Көтөп ҡалам яуабыңды.
5
Һин яуызлыҡтан хушһынған Алла түгел, Һинең яныңда залим төйәкләнә алмаҫ.
6
Хозурыңда тора алмаҫ тәкәбберҙәр, Бөтә яманлыҡ ҡылыусыларға нәфрәтлеһең,
7
Ялған һөйләгәндәрҙе Һин юҡ итәһең; Ҡан ҡойоусы һәм мәкерлеләр Раббы өсөн ерәнгес.
8
Ә мин тоғро мөхәббәтең муллығына күрә Йортоңа Һинең инермен. Мөҡәддәс ҡорамыңа йөҙ тотоп, Тетрәнеп сәждә ҡылырмын.
9
Йә Раббы, дошмандарым ни тиклем күп минең! Ғәҙеллегең менән мине Үҙеңдең һуҡмағыңдан етәклә, Юлымды тура ит.
10
Уларҙың ауыҙҙарында дөрөҫлөк юҡ; Эстәре тулы емергес уйҙар. Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, Телдәрендә – ялағайлыҡ.
11
Эй Аллам, уларҙы язала! Яман ниәттәре үҙҙәренең баштарына етһен. Ҡыу уларҙы һанһыҙ гонаһтары арҡаһында, Улар Һине кире ҡаҡты.
12
Һиндә ышыҡ тапҡандар барыһы ҡыуанһындар, Һин уларҙы ҡурсалаған өсөн Әйҙә мәңге шатланып гөрләшһендәр! Исемеңде яратҡандар, әйҙә Һиндә һөйөнөс тапһындар.
13
Һин, Раббы, тоғроларҙы фатихалайһың; Миһырбаның менән ҡалҡандай уларҙы ышыҡлайһың.
← Chapter 4
Chapter 6 →