bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 4
Psalms 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Саҡырған сағымда яуап ҡайтар, ғәҙел Аллам! Тарлығымда иркенгә сығарҙың. Әле лә бул мәрхәмәтле, доғама ҡолаҡ һал.
3
Эй әҙәм балалары, ҡасанға тиклем Шөһрәтем булыр хурлыҡҡа дусар? Ҡасанғаса юҡҡа-барға күңел биреп, Сабырһығыҙ ялғандың артынан?
4
Белегеҙ, Раббы тоғро ҡолон Үҙенә айырып ала. Ҡасан ғына саҡырһам да, Ул мине ишетә.
5
Ҡурҡып-тетрәнегеҙ, гонаһ ҡылмағыҙ, Төндә ятҡанығыҙҙа уйланығыҙ, тынлыҡ һаҡлағыҙ.
6
Тейешенсә ҡорбандар салығыҙ, Раббыға инанығыҙ.
7
«Кем беҙгә яҡшылыҡ эшләр?» – тигәндәр күп. Йә Раббы, йөҙөңдөң нурын өҫтөбөҙгә сәс!
8
Уларҙың мул иген һәм яңы шарапҡа Ҡыуаныуынан ҙурыраҡ Һөйөнөс бирҙең минең йөрәккә.
9
Йән тыныслығында ятам да йоҡлайым, Сөнки, Раббы, бары тик Һин генә Именлектә мине йәшәтәһең!
← Chapter 3
Chapter 5 →