bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 6
Psalms 6
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.
2
Йә Раббым, асыуланып язалама мине. Ярһыулы мәлеңдә ғазаплама.
3
Рәхимле бул, Раббы, сөнки тәҡәтем ҡалманы. Дауалай күр, Раббы, һөйәктәрем һыҙлай.
4
Ғазап сигә йәнем, Эй Раббым, ҡасанға тиклем?
5
Борол миңә, Раббы, ҡотҡар мине! Тоғро мөхәббәтең хаҡына ярҙам итсе.
6
Үлгәс бит бер кем дә Һине иҫкә алмай. Кем шөкөр итер Һиңә үлеләр донъяһынан?
7
Ыңғырашып хәлдән тайҙым; Түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн, Күп илауҙан сыланған мендәрем.
8
Күҙҙәремдең нуры һүнде хәсрәтемдән, Зәғифләнде дошмандарым арҡаһында.
9
Китегеҙ минән, яуызлыҡ ҡылыусылар! Сөнки Раббы илағанымды ишетте.
10
Ялбарыуым Раббыға олғашты, Ул ҡабул итер доғамды.
11
Дошмандарым оятҡа ҡаласаҡ, Барыһын дәһшәт солғап аласаҡ, Улар мәсхәрәгә ҡалып сигенәсәк.
← Chapter 5
Chapter 7 →