bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 46
Psalms 46
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2
Эй барса халыҡтар, ҡул сабығыҙ! Шат ауаздар менән Алланы данлағыҙ!
3
Сөнки дәһшәтле Юғарыларҙан Юғары Раббы – Бөтә донъяның бөйөк Батшаһы;
4
Халыҡтарҙы беҙгә буйһондорҙо, Ҡәүемдәрҙе аяҡ аҫтыбыҙға һалды.
5
Был ерҙе – яратҡан Яҡубының ғорурлығын – Ул беҙгә биләмәгә һайланы.
6
Алла шатлыҡ ауаздары, Раббы борғо тауышы аҫтында ҡалҡты.
7
Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!
8
Алла – бөтә донъяның батшаһы, Уға бағышлап гүзәл йырҙар йырлағыҙ!
9
Алла ултыра мөҡәддәс тәхетендә, Ул батшалыҡ итә бөтә милләттәргә.
10
Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!
← Chapter 45
Chapter 47 →