bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 45
Psalms 45
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: «Ғаламоҫ» көйөнә. Ҡорах улдарының йыры.
2
Алла – беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, Бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ.
3
Шуға күрә ҡурҡмайбыҙ ер тетрәһә лә, Тауҙар диңгеҙ ҡосағына ауғанда ла,
4
Һыуҙары шаулап ташҡанда ла, Тулҡынынан тауҙар тетрәһә лә.
5
Бер йылға бар: Һыуҙары ҡыуаныс алып килә Алла ҡалаһына, Юғарыларҙан Юғарының мөҡәддәс торлағына.
6
Алла – ул ҡаланың уртаһында, Шуға күрә лә ҡоламаҫ ҡала. Таң тыуыуға Алла уға ярҙам итер.
7
Ҡәүемдәр шаулашыр, батшалыҡтар тетрәнер, Алла тауышын яңғыратыр ҙа ер иреп киткәндәй булыр.
8
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ.
9
Килегеҙ, күрегеҙ Раббының эштәрен, Ерҙе бушлыҡҡа әйләндергәнен.
10
Ерҙең һәр тарафында һуғыштарға сик ҡуя, Уҡ-йәйәләрҙе, һөңгөләрҙе һындырып ташлай. Яу арбаларын утҡа яға.
11
«Тынысланығыҙ! Белегеҙ, Мин – Алла! Бар ҡәүемдәр өҫтөндә торормон, Ер йөҙөндә юғары булырмын!»
12
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ.
← Chapter 44
Chapter 46 →