bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 47
Psalms 47
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йыр. Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2
Раббы бөйөк! Аллабыҙ ҡалаһында, Үҙенең мөҡәддәс тауында Ул оло маҡтауға лайыҡ!
3
Гүзәл Сион тауы Сафон түбәләре һымаҡ; Ул бөтә донъяның шатлығы, Бөйөк батшаның ҡалаһы.
4
Уның нығытмаларында Алла Үҙен Ышаныслы һаҡлаусы итеп танытты.
5
Батшалар бер ергә йыйылдылар, Ҡалаға һөжүм итеү өсөн килделәр.
6
Әммә күргәндәренә хайран ҡалдылар, Ҡурҡыуға төшөп ҡастылар.
7
Тулғаҡ ғазабы тотҡан ҡатындай, Дәһшәт эсенә төштөләр.
8
Көнсығыштан көслө елдәр иҫеп, Таршиш караптарын емергәндәй, Һин уларҙы ҡырып ташланың.
9
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡалаһында, Аллабыҙҙың ҡалаһында, Нимәне ишеткән булһаҡ, шуны күрҙек, Раббы уны мәңгелеккә һалған.
10
Эй Алла, мөҡәддәс ҡорамыңда Һинең тоғро мөхәббәтең хаҡында уйлайбыҙ.
11
Исемең кеүек, эй Алла, Һинең даның Ерҙең һәр тарафына таралһын. Хаҡлыҡ менән тулы Һинең уң ҡулың.
12
Һинең хаҡ хөкөмдәреңә Сион тауы ҡыуанһын, Йәһүҙә ҡалалары шатланһын!
13
Сионды тирәләй әйләнеп сығығыҙ, Манараларын һанағыҙ,
14
Диуарҙарына иғтибар йүнәлтегеҙ, Ҡәлғәләренә диҡҡәт бирегеҙ! Быларҙы күреп, киләсәк быуындарға һөйләрһегеҙ:
15
«Ошо Алла – мәңгегә беҙҙең Аллабыҙ, Ғүмер баҡый беҙҙең юлбашсыбыҙ!»
← Chapter 46
Chapter 48 →