bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 3
Psalms 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән.
2
Йә Раббы! Дошмандарым ни тиклем күбәйҙе! Күптәр миңә ҡаршы баш күтәрҙе.
3
«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр Эргә-тирәмдә бихисап.
4
Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың; Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе.
5
Раббыға мин ауаз һалам – Яуап ҡайтарыр изге тауынан.
6
Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам – Раббы мине һаҡлай.
7
Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан, Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.
8
Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.
9
Ҡотолоу бары Раббынан! Халҡың өҫтөндә булһын фатихаң!
← Chapter 2
Chapter 4 →