bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 2
Psalms 2
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ниңә боларышалар халыҡтар, Булмаҫтайҙы ниәт итә өммәттәр?
2
Донъя батшалары ҡуҙғалыша, Хакимдар берләшә Раббыға һәм Уның мәсихенә ҡаршы.
3
Әйтәләр: «Тышауҙарын өҙәйек, Бығауҙарын алып ырғытайыҡ!»
4
Күк тәхетендә ултырыусы көлә; Бөйөк Хаким уларҙы мыҫҡыллап көлә!
5
Унан асыуланып әйтер, Ярһыуы менән ҡурҡыуға һалыр.
6
Әйтер: «Мин Сионға, изге тауыма, Үҙемдең батшамды ултырттым».
7
Мин, батша, Раббы ҡарарын иғлан итәм: Ул миңә әйтте: «Һин – Минең улым, Мин бөгөндән һиңә Ата булдым.
8
Һора Минән, милек итеп ҡәүемдәрҙе, Биләмәгә ерҙең һәр тарафын бирәм.
9
Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».
10
Эй батшалар, аҡылға килегеҙ! Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ!
11
Раббыға ҡурҡыу һәм хөрмәт, Тетрәнеү һәм ҡыуаныс менән хеҙмәт итегеҙ.
12
Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!
← Chapter 1
Chapter 3 →