bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 24
Psalms 24
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
2
Эй Аллам, мин Һиңә өмөт тотам, Еңелеп, мәсхәрәгә ҡалыуҙан һаҡла. Дошмандарым, минән көлөп, тантана итә алмаһын!
3
Һиңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡала күрмәһен. Мәкерле хыянат итеүселәр үҙҙәре хурлыҡҡа төшһөн.
4
Раббы, юлдарыңды күрһәт миңә, Һуҡмағыңдан нисек йөрөргә төшөндөр.
5
Хаҡлыҡ юлынан алып бар мине, өйрәт; Мине ҡотҡарыусы Аллам бит Һин. Ышанысым һәр саҡ Һиндә генә.
6
Раббы, мәңгелектән килгән Мәрхәмәтең менән мөхәббәтеңде иҫкә төшөр.
7
Йәшлектә ҡылған гонаһтарымды иҫкә алма, Яман ҡылыҡтарым өсөн язалама. Тоғро мөхәббәтеңә күрә хәтерлә мине, Игелегеңә күрә иҫтә тот, Раббым!
8
Раббы игелекле, ғәҙел, Ул гонаһлыларға юл күрһәтер.
9
Баҫалҡыларҙы хаҡлыҡ юлынан етәкләй, Үҙ юлдарын өйрәтә уларға.
10
Раббы менән килешеүҙе, Уның күрһәтмәләрен тотҡандар Раббы юлында мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа осрар.
11
Исемең хаҡына, Раббы, ярлыҡай күр, Сөнки минең ғәйебем ҙур.
12
Кем ул Раббынан ҡурҡҡан зат? Шуға Раббы дөрөҫ юл һайларға өйрәтер.
13
Ул рәхәттә ғүмер итер; Иле тоҡомона мираҫҡа ҡалыр.
14
Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға серен асыр, Уларға Үҙ килешеүен аңлатыр.
15
Күҙҙәрем һәр саҡ Раббыла минең, Сөнки аяҡтарымды тоҙаҡтан Ул сығара.
16
Йөҙөңдө бор миңә, шәфҡәтле бул; Сөнки яңғыҙмын, мохтажлыҡтамын.
17
Күңелемдә хәсрәттәрем артты, Ҡотҡарһаңсы мине бәләләрҙән!
18
Күреп минең ғазап, ҡайғыларҙы, Бар гонаһтарымдан ярлыҡасы!
19
Ҡара дошмандарыма, ныҡ күбәйҙеләр, Миңә аяуһыҙ нәфрәт менән бағалар!
20
Һаҡла йәнемде, йолоп ал мине! Һиңә һыйынам, хурлыҡҡа ҡалдырмаҫһың!
21
Паклыҡ менән тоғролоҡ ҡурсалаһын мине, Мин өмөтөмдө Һиңә бағлайым.
22
Эй Алла, Исраилды бөтә бәләләренән ҡотҡар!
← Chapter 23
Chapter 25 →