bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 23
Psalms 23
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббыныҡы ер йөҙө һәм ундағы бөтә нәмә, Раббыныҡы йыһан һәм ундағы бар тереклек.
2
Ул ерҙең нигеҙен диңгеҙҙәр өҫтөндә ҡорған, Ағым һыуҙар өҫтөндә урынлаштырған.
3
Кем сыға алыр Раббы тауына? Мөҡәддәс урынында кем тора алыр?
4
Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм.
5
Ул Раббының бәрәкәтен алыр, Ҡотҡарыусыһы Аллала аҡлау табыр.
6
Раббыны эҙләгәндәрҙең, Яҡуп Аллаһының хозурына килгәндәрҙең Заты бына шундай.
7
Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар! Боронғо ишектәр, асылығыҙ! Шөһрәтле Батша эскә үтһен!
8
Кем ул был шөһрәтле Батша? Ул – көслө, ҡөҙрәтле Раббы, Алышта ҡеүәтле Раббы.
9
Ҡалҡытығыҙ башығыҙҙы, эй ҡапҡалар! Боронғо ишектәр, асылығыҙ! Шөһрәтле Батша эскә үтһен!
10
Кем ул был шөһрәтле Батша? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ул – Был шөһрәтле Батша!
← Chapter 22
Chapter 24 →