bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 25
Psalms 25
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Хаҡлығымды раҫла минең, Раббы, Сөнки намыҫлы йәшәнем; Һис икеләнеүһеҙ Раббыға ышандым.
2
Тикшер мине, Раббы, һынап ҡара! Иретеп паклаған һымаҡ эс-бауырымды таҙала!
3
Һинең тоғро мөхәббәтең күҙ алдымда, Мин Һиңә һәр саҡ тоғромон.
4
Алдаҡсы бәндәләр менән ултырманым, Ике йөҙлөләр менән юлдаш булманым.
5
Ямандарҙың йыйынына нәфрәт тотам, Залимдар араһына инмәнем.
6
Ғәйепһеҙлегемде раҫлап, Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн,
7
Яңғыратып шөкөрана ҡылыр, Мөғжизәле эштәреңде һөйләр өсөн.
8
Мин яратам, Раббы, торлағыңды, Шөһрәтең төйәкләнгән урынды.
9
Мине гонаһлы бәндәләргә, Ҡан түгеүселәргә ҡуша һепереп түкмә.
10
Уларҙың ҡулдары яуызлыҡ ҡыла, Уң ҡулдары тулы ришүәт уларҙың.
11
Ә мин намыҫлы йәшәйем, Йолоп ал, шәфҡәтле булсы миңә!
12
Аяҡтарым тигеҙ юлға баҫты. Йыйында Раббыға маҡтау йырлайым.
← Chapter 24
Chapter 26 →