bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 22
Psalms 22
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – көтөүсем минең, Мин һис тә мохтажлыҡ күрмәм.
2
Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер, Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.
3
Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр.
4
Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам, Сөнки Һин бит минең менән. Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың, Шуға күрә йәнем тыныс минең.
5
Дошмандарымдың алдында Һин миңә табын ҡорорһоң; Башыма зәйтүн майы һөртөрһөң, Туҫтағымды мөлдөрәмә тултырырһың.
6
Шулай, игелегең менән мөхәббәтең Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр. Көндәремдең ахырына тиклем Раббы йортонда төйәкләнермен.
← Chapter 21
Chapter 23 →