bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 1
Psalms 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Яуыздарҙың ҡотҡоһона бирелмәгән, Гонаһлылар һуҡмағынан йөрөмәгән, Хурлаусылар йыйынында ултырмаған – Ниндәй бәхетле ошондай кеше!
2
Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул, Көн-төн шул хаҡта уйланыр.
3
Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.
4
Ә яуыздар ундай түгел, Ел осорған кәбәк кеүек улар.
5
Ямандар хөкөмдә аҡлана алмаҫ, Тәҡүәләр йыйынында гонаһлылар урын тапмаҫ.
6
Сөнки Раббы тәҡүәләрҙең юлын һаҡлар; Яуыздарҙың юлы иһә һәләкәткә илтер.
Chapter 2 →