bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 146
Psalms 146
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау ниндәй күркәм, Ҡайһылай татлы, килешле Уны маҡтау!
2
Раббы яңынан һала Йәрүсәлимде, Таралған Исраил халҡын ҡабат йыя.
3
Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, Йәрәхәттәрҙе бәйләй.
4
Ул йондоҙҙарҙың иҫәбен белә, Уларҙың һәр береһенә исем бирә.
5
Хакимыбыҙ бөйөк, ҡеүәте ҙур, Аҡылының иге-сиге юҡ.
6
Раббы түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Яуыздарҙы ергә төшөрә.
7
Раббыға шөкөрана итеп йырлағыҙ, Аллабыҙға лира сиртеп көйләгеҙ.
8
Ул күкте болоттар менән ҡаплай, Ерҙе ямғыр менән туйындыра, Үлән үҫтерә тауҙарҙа.
9
Мал-тыуарға аҙыҡ бирә, Ем һораған ҡарға балаларын ашата.
10
Ул аттың көсөнә ҡарамай, Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ.
11
Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарҙы, Тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлағандарҙы ярата.
← Chapter 145
Chapter 147 →