bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 145
Psalms 145
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!
2
Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын, Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға.
3
Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.
4
Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.
5
Ниндәй бәхетле Яҡуптың Аллаһынан ярҙам алған, Үҙенең Аллаһы Раббыға өмөт бағлаған әҙәм!
6
Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе, Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан, Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған,
7
Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған, Астарҙы икмәккә туйындырған. Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр,
8
Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр.
9
Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр.
10
Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек, Быуындан-быуынға Ул хакимлыҡ итер. Раббыны данлағыҙ!
← Chapter 144
Chapter 146 →