bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 147
Psalms 147
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Эй Йәрүсәлим, Раббыны маҡта! Аллаңа шөкөрана ҡыл, Сион!
2
Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта, Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә.
3
Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра.
4
Ер йөҙөнә әмерҙәрен юллай, Уның һүҙе ташҡындай йәйелә.
5
Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле.
6
Борсаҡ түгер киҫәк-киҫәк, Кем һуң сыҙар Уның һыуығына?
7
Ул һүҙен әйтһә, бар нәмә ирей башлай, Елдәрен ебәрһә, һыуҙар аға.
8
Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә; Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе.
9
Башҡа халыҡтарға улай эшләмәне, Һис кемгә ҡарарын белдермәне. Раббыны данлағыҙ!
← Chapter 146
Chapter 148 →