bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 144
Psalms 144
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың маҡтау йыры. Эй Аллам, минең Батшам, Һине ҙурлармын, Исемеңә мәңге маҡтау яуҙырырмын!
2
Һәр көн Һине мөбәрәк ҡыламын, Исемеңде мәңгенән-мәңгегә данлайым.
3
Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ, Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл.
4
Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар.
5
Балҡышың, даның, мөһабәтлегең, Ҡылған хикмәттәрең хаҡында уйлайым.
6
Тетрәткес ғәмәлдәреңдең ҡөҙрәте тураһында һөйләйҙәр, Мин дә бөйөклөгөңдө иғлан итермен.
7
Сикһеҙ игелегеңде иҫләрҙәр, Ғәҙеллегеңде маҡтап йырларҙар.
8
Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле.
9
Раббы барыһына ла игелекле, Үҙе бар ҡылғандарға рәхимле.
10
Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.
11
Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр, Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер;
12
Әйҙә һәр кем ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Батшалығыңдың мөһабәт шөһрәтен тойһон.
13
Батшалығың Һинең – мәңгелек батшалыҡ, Хакимлығың – быуындан-быуынға дауам итә.
14
Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа.
15
Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы, Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында.
16
Һин усыңды асаһың да, Һәр йән эйәһенә теләгәнен ашатаһың.
17
Раббының бөтә юлдары ғәҙел, Ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
18
Яҡын Раббы Үҙен саҡырғандарға, Саф күңелдән Үҙенә ялбарғандарға.
19
Үҙенән ҡурҡҡандарҙы моратына ирештерер, Ялбарыуҙарын ишетеп, уларҙы ҡотҡарыр.
20
Раббы Үҙен яратҡандарҙың һәммәһен һаҡлар, Бөтә яуыздарҙы ҡырып ташлар.
21
Телем туҡтауһыҙ Раббыны маҡтар! Барса йән эйәләре Уның изге исемен Мәңгенән-мәңгегә данлар!
← Chapter 143
Chapter 145 →