bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 143
Psalms 143
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы, һыйынған ҡаям, мөбәрәк булһын! Ул бармаҡтарымды алышҡа, Ҡулдарымды һуғышҡа өйрәтә.
2
Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.
3
Йә Раббы, нимә инде ул – кеше? Ә Һин уны ҡайғыртаһың. Нимә һуң әҙәм балаһы? Ә Һин уны һанға һуғаһың.
4
Әҙәм бит ул бары тик бер һулыш, Ғүмере – үтеп киткән күләгә һымаҡ.
5
Һығылдыр ҙа күкте, йә Раббы, ергә төш! Ҡағыл тауҙарға, улар төтәп китерҙәр.
6
Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.
7
Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.
8
Ауыҙҙары туҡтауһыҙ алдаҡ түгә, Уң ҡулдарын күтәреп, ялған ант итә улар.
9
Аллам, Һиңә яңы йыр йырлармын, Ун ҡыллы арфала Һиңә уйнармын.
10
Һин бит батшаларҙы еңеү ҡаҙандырған; Ҡолоң Дауытты аяуһыҙ ҡылыстан ҡотҡарған.
11
Мине йолоп ал, ҡотҡар яттар ҡулынан. Ауыҙҙары туҡтауһыҙ ялған сәсә, Уң ҡулдарын күтәреп ялған ант итә улар.
12
Ул сағында улдарыбыҙ йәшлегендә Күкрәп үҫкән ағас һымаҡ булыр. Ҡыҙҙарыбыҙ затлы һарайҙарҙың Семәрле бағанаһылай булыр һомғол.
13
Һәр төрлө ашлыҡтан тулып ташыр келәтебеҙ; Көтөүҙә һарыҡтарыбыҙ Меңәрләп, унар меңләп түлләр.
14
Үгеҙҙәребеҙ беҙҙең һимеҙ булыр, Диуарҙарыбыҙҙа тишек-ярыҡ булмаҫ, Кешеләребеҙ әсир китмәҫ, Урамдарҙа ишетелмәҫ илаш!
15
Ниндәй ҡотло ошолай йәшәгән халыҡ! Аллаһы Раббы булған халыҡ бәхетле!
← Chapter 142
Chapter 144 →