bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 142
Psalms 142
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Доғамды ишет, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал! Тоғролоғоң һәм ғәҙеллегең хаҡына яуап ҡайтар!
2
Ҡолоңдо хөкөмгә алып килмә, Тереләрҙән бер кем дә алдыңда аҡлана алмаҫ.
3
Дошман мине ҡыуып етте, Тупраҡҡа һалып тапаны. Гүйә мин күптән үлгәнмен – Дөм ҡараңғылыҡҡа һалды.
4
Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты.
5
Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам, Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым, Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам.
6
Һиңә табан ҡулдарымды һондом, Йәнем ҡоро тупраҡ һымаҡ, Һиңә сарсағанмын.
7
Йәһәтерәк яуап ҡайтар, Раббы, Тәҡәтем ҡороно минең. Йөҙөңдө йәшермә минән, Юғиһә, ҡәбер эйәһенә оҡшап ҡалырмын.
8
Таңдан тоғро һөйөүеңде белдер, Өмөтөмдө Һиңә бағлағанмын; Йә Раббы, барыр юлымды күрһәт, Сөнки йәнемде мин Һиңә олғаштырам.
9
Дошмандарымдан йолоп ал, Раббы; Мин бары Һиңә һыйынам.
10
Ихтыярыңды нисек үтәргә өйрәт! Һин бит – минең Аллам. Игелекле Рухың мине Тигеҙ ерҙән әйҙәп барһын!
11
Йә Раббы, исемең хаҡына йәшәт мине, Ғәҙеллегең хаҡына йәнемде бәләнән ҡотҡар.
12
Тоғро мөхәббәтең хаҡына Дошмандарымды тар-мар ит, Йәнемде иҙеүселәрҙе юҡ ит, Сөнки мин Һинең ҡолоңмон.
← Chapter 141
Chapter 143 →