bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 14
Psalms 14
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ? Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?
2
Йөрөгән юлдары камил, Ҡылған ғәмәлдәре ғәҙел, Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре хаҡ булған,
3
Теле ғәйбәтте белмәгән, Дуҫына зарар ҡылмаған, Яҡынын хурламаған;
4
Аҙғынды кире ҡаҡҡан, Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән, Үҙе зыян күргәндә лә, Биргән антында ныҡ торған;
5
Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән, Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған – Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ!
← Chapter 13
Chapter 15 →