bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 13
Psalms 13
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.
2
Раббы күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы?
3
Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған!
4
Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Раббыны саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?
5
Улар оло дәһшәткә төшәсәк, Сөнки Алла тәҡүә быуын яҡлы.
6
Һеҙ фәҡирҙең ниәтен бушҡа сығараһығыҙ, Әммә Раббы уларҙың һыйынысы.
7
Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Раббы Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!
← Chapter 12
Chapter 14 →