bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 15
Psalms 15
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың шиғыры. Һаҡла мине, эй Алла, Мин Һиндә ышыҡ табамын.
2
Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым. Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!»
3
Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам.
4
Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.
5
Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.
6
Биләмәмдең ыҙандары ниндәй гүзәл ерҙәр буйлап бара – Ниндәй хозур милек насип иттең миңә!
7
Миңә нәсихәт биргән Раббыға шөкөр итәм, Хатта төндә лә өгөт бирә булмышым.
8
Мин һәр саҡ Раббыға күҙ төбәйем, Ул уң тарафымда торған өсөн Бер нәмә лә мине ҡаҡшата алмаҫ.
9
Шул арҡала күңелемә шатлыҡ тула, Рухым иһә күтәренкелектә; Хатта тәнем именлектә булыр.
10
Сөнки йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, Тоғро бәндәңә үлем соҡорон күрһәтмәҫһең.
11
Йәшәү юлын өйрәтерһең миңә. Бөтмәҫ шатлыҡ Һинең хозурыңда, Уң яғыңда мәңгелеккә – икһеҙ-сикһеҙ бәхет.
← Chapter 14
Chapter 16 →