bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Psalms 128
Psalms 128
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ҡорамға артылыусылар йыры. Инде былай тиһен Исраил: «Йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, –
2
Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, Әммә еңә алманылар.
3
Һабансылар һабан һөрҙөләр һыртымда, Оҙон бураҙналар һалдылар.
4
Әммә Раббы ғәҙел, Яуыздар һалған бауҙарҙы ҡырҡып ташланы».
5
Сионға ҡарата нәфрәт тотҡан һәр кем Оятҡа ҡалып артҡа сигенһен.
6
Йолҡҡанға тиклем үк ҡороп ҡалған, Ҡыйыҡта үҫкән үлән һымаҡ булһындар улар.
7
Ундай үлән менән ураҡсы – усын, Көлтә бәйләүсе ҡосағын тултырмаҫ.
8
Үтеп барыусылар иһә: «Алла һеҙгә фатиха бирһен, Раббы исеме менән бәрәкәт теләйбеҙ», – тип әйтмәҫ.
← Chapter 127
Chapter 129 →